Новости
27 Сентября , 06:05

Яугир ағас ултыртты

Имен-һау ҡайтығыҙ, батырҙар!

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугир ағас ултырттыЯугир ағас ултыртты
Яугир ағас ултыртты

 «Йәшел Башҡортостан» акцияһында МХО яугире һәм ғаиләләр ағас ултыртты!

Ағас ултыртыу — ул ғүмер дауамы, яҡты киләсәккә һалынған ныҡлы нигеҙ һәм тыуған тупраҡҡа оло һөйөү билгеһе. Бөгөн Төркмән ауылы республика күләмендә уҙған «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһына әүҙем ҡушылды! 

Сараның айырыуса тулҡынландырғыс һәм тарихи мәле булды: изге акцияла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауылдаштар һәм йәш быуын — балалар менән бер рәттән махсус хәрби операциянан (МХО) тыуған ауылына ялға ҡайтҡан,, Пруд" позывнойлы батыр яугир егетебеҙ, Исламғоловтар , Танһыҡҡужиндар, Ильбуловтар, Уралбаевтар ғәиләләре ҡатнашты!  Батыр яҡташыбыҙ дуҫтарыбыҙ менән иңгә-иң терәшеп, йәш үҫентеләрҙе ергә ултыртты, төптәренә һыу ҡойҙо. Был ағастар — ябай үҫентеләр генә түгел, улар: 🕊️ Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуына;  Ауылдаштарыбыҙҙың ныҡлы берҙәмлегенә;

Батырҙарыбыҙҙың имен-аман Еңеү менән ҡайтыуына булған изге доға һәм теләк булып үҫәсәк! Балалар өсөн Ватанды һаҡлаусы батыр ағайҙары менән бергә ағас ултыртыу — ғүмерлек онотолмаҫлыҡ ҙур патриотик һабаҡ булды. Акцияла ҡатнашҡан яугир егетебеҙгә, ҡатнашҡан балаларға һәм ауылдаштарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ултыртҡан ағастарыбыҙ шаулап үҫһен, тыуған төйәгебеҙ йәшеллеккә күмелһен, ә иң мөһиме — батырҙарыбыҙ имен-аман ЕҢЕҮ менән ҡайтһын! 

Розалия Танһыҡҡужина.

Яугир ағас ултыртты
Яугир ағас ултыртты
Автор:Гузель Салихова