+10 °С
Ясно


Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова етәкләгән Беренсе Төркмән урта мәктәбе районда иң беренселәрҙән булып "Һаҡмар" гәзитен - һәр йортҡа" конкурсына ҡушылды һәм бөтә коллектив менән район баҫмаһына яҙылды. Мәктәптең филиалдарында эшләүселәр ҙә был акциянан ситтә ҡалманы һәм "Һаҡмар" менән дуҫлығын оҙайтты. Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙының тырышлығы менән ауылдағы башҡа учреждениелар коллективтары ла акцияға ҡушылды.Ул көндө 40-ҡа яҡын кеше район баҫмаһына яҙылды.З.Һ.Ҡаһарманова, һәр ваҡыттағыса, үҙе яҙылып ҡына ҡалманы, ә ауылдағы бер ғаиләгә "Һаҡмар"ҙы бүләк итте. Афарин, ысын дуҫтар шулай була!