Новости
27 Сентября , 09:10

Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең уңышы

Улар мөһим конкурста еңеү яуланы

Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең уңышыБаймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең уңышы
Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең уңышы

Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының сираттағы уңышы.  Ғорурлыҡ өсөн сәбәп ҙур, Баймаҡ медиктары  «Мәрхәмәт-2026 "  (БлагоДать 2026" премияһы еңеүселәре булды! 

Өфөлә «Мәрхәмәт-2026» йәмәғәт премияһының  төбәк конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Быйыл ҡатнашыуға 30 номинация буйынса 293 эш килгән. Уларҙың һәр береһе өсөн ҙур хеҙмәт: йоҡоһоҙ дежурлыҡ,  ҡотҡарылған ғүмерҙәр, пациенттар тураһында хәстәрлек һәм һөнәргә тоғролоҡ. Еңеүселәр араһында баймаҡтар булыуы айырыуса ҡыуаныслы! Нурзилә Уразбаева - «Һөнәргә тоғролоҡ»номинацияһында еңеү яуланы.

 Зифа Арыҫланова - «Беҙҙең заман Геройы» номинацияһында еңеүсе булып танылды. Һеҙҙе лайыҡлы наградағыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! "Мәрхәмәт" премияһы-медицина хеҙмәткәрҙәренең ҙур хеҙмәтен таныу ул.  Афарин, Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең уңышы
Баймаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең уңышы
Автор:Гузель Салихова