+2 °С
Облачно


Мерәҫ ауыл китапханаһында МХО-ла хеҙмәт итеп йөрөүсе егеттәребеҙҙең әсәләре изге ниәт менән йыйылды. Һәр ваҡыт яугирҙәребеҙгә ылау ебәреүҙә тос өлөш индерә батыр улдар үҫтереүсе әсәйҙәр. Бөгөн дә яуҙа йөрөүсе егеттәребеҙгә күңел йылыларын ҡушып, изге доғаларын уҡый - уҡый "ҡоро душ" эшләнеләр. Ир - егеттәрҙең аҫылдарын үҫтереүсе әсәйҙәргә, бағыусыбыҙ Ильмира Хөсәйеноваға ҙур рәхмәт, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ә егеттәребеҙгә яҡындары янына имен - һау, тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.