0 °С
Облачно


Әбйәлил районы Буранғол ауылында йәшәүселәр баҡсала ағыулы йыланды тотҡан. Улар йылан өйгә шыуышып инер тип ҡурҡҡан.
Хәҙер йыландар ҡышлау өсөн урын эҙләй, шуға күрә улар нигеҙ аҫтында ҡалыуы мөмкин. Эксперттар баҡсаны таҙа тоторға, йыландарға теймәҫкә, әкрен генә артҡа сигенергә һәм үлән буйлап итек кейеп йөрөргә кәңәш итә.
Йыланды үлтерергә ярамай улар үҙҙәре һөжүм итмәй һәм "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән.