Новости
23 Сентября , 12:10

Әмин ауылында зыярат буялды

Афарин уңғандарға!

Әмин ауылында зыярат буялдыӘмин ауылында зыярат буялды
Әмин ауылында зыярат буялды

Баймаҡ районы Ҡоролтайы проекты сиктәрендә Әмин ауылында зыярат буялды. Баймаҡ районы Ҡоролтайының «Иң төҙөк ауыл» проекты дауам итә. Ошо проект сиктәрендә Әмин ауылында зыярат ҡоймаларын һәм ҡапҡаларын буяу буйынса эштәр башҡарылды. Ауыл халҡы был эштә әүҙем ҡатнашты. Зыярат – ул беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ятҡан изге урын, шуға күрә уны төҙөк тотоу – һәр беребеҙҙең изге бурысы. «Иң төҙөк ауыл» проекты ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, йәмәғәт урындарын яҡшыртыуға һәм халыҡтың йәшәү мөхитен матурлауға йүнәлтелгән. Әмин ауылы халҡы был эштә үҙҙәренең берҙәмлеген һәм тырышлығын күрһәтте. Ойоштороусыларға, эштә ҡатнашҡан бөтә ауылдаштарға рәхмәт белдерәбеҙ! Бергәләп беҙ ауылыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ һәм төҙөклөрәк итә алабыҙ.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас