Новости
23 Сентября , 11:05

Башҡортостан Башлығы стипендиаты ул

Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты, Сибай институтының педагогия факультетының 5-се курс студенткаһы Илвина Арсланова - Баймаҡ ҡыҙы

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты, Сибай институтының педагогия факультетының 5-се курс студенткаһы Илвина Арсланова. Ул Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән, 3-сө урта мәктәпте тамамлаған. Мәктәп йылдарында уҡ әүҙем ҡыҙ була, Ғата Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбендә скрипка класы буйынса шөғөлләнә. Илвина әле лә үҙенең остазы Лилиә Тимерйән ҡыҙы Хафизованы йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Мәктәптән һуң ул Сибай институтына уҡырға инә, мәктәпкәсә һәм мәктәп бүлегенә, уның әүҙемлеге бында ла дауам итә. Илвина вокаль ансамблдә шөғөлләнергә лә, фортепиано, гитарала ла уйнарға , пневматик винтовканан атырға ла, шахмат, шашка уйнарға ла өлгөрә. Әммә иң мауыҡҡаны –яһалма интеллект, уның буйынса әүҙем тикшеренеүҙәр алып бара, уның диплом эше лә ошо темаға арналған. Быйыл ул Сибай институтын тамамлай һәм тыуған мәктәбенә ҡайтып, был тикшеренеүҙе мәктәптә дауам итергә йыйына. «Был бик матур студент йылдары булды. Мин үҙ педагогтарыма, уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен, алған белемдәрҙең барыһын да практикала ҡулланырмын тип өмөтләнәм”, ти йәш белгес.

Уңыштар һиңә, Илвина!!!

Рауилә Хәсәнова.

Башҡортостан Башлығы стипендиаты ул
Башҡортостан Башлығы стипендиаты ул
Автор:Гузель Салихова