Новости
22 Сентября , 12:20

1 октябрҙән яңы хаҡ

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты «Газпром төбәк-ара газ Өфө» абоненттары өсөн газға яңыртылған хаҡ индерҙе.

 
Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты «Газпром төбәк-ара газ Өфө» абоненттары өсөн зәңгәр яғыулыҡҡа яңыртылған хаҡ индерҙе. Рәсми документтан күренеүенсә, 1 октябрҙән республикала йәшәүселәр газ плитәһендә аш-һыу әҙерләү һәм һыу йылытыу өсөн генә файҙаланылған газдың бер кубометры өсөн 11,67 һум түләйәсәк. Шулай уҡ яңы тарифтар плитәлә аш-һыу әҙерләү һәм һыу йылытыу өсөн ҡабыҙылған газ өсөн кубометрына 10,86 һум түләүҙе күҙ уңында тота (үҙәкләштерелгән эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһы булмаһа). Бынан тыш, хәҙер күп фатирлы йорттарҙағы фатирҙарҙы йылытҡанда ҡулланылған газдың мең кубометры өсөн 8 964,69 һум түләргә тура киләсәк.
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас