+21 °С
Облачно
Таулыҡай ауыл биләмәһенә ҡараған Буранбай ауылында сәйәси кампаниялар, башҡа саралар һәр саҡ ойошҡанлы үтә, уларҙа халыҡ әүҙем ҡатнаша. Әлеге һайлауҙа ла буранбайҙар әүҙемлек күрһәтте.
Ауыл китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаева ике көн дауамында "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу ойошторҙо
.Барлығы 40-тан ашыу кеше район баҫмаһына яҙылды.
Әйтергә кәрәк, Зәкиә Фәйзулла ҡыҙы - үҙ эшенең ысын оҫтаһы, башҡорт матбуғатының тоғро дуҫы һәм терәге ул.Ул оҙаҡ йылдар дауамында "Һаҡмар" гәзитен пропагандалау, уны халыҡ араһында таратыуға күп көс һала, был тәңгәлдә ойошторолған район конкурстарында һәр саҡ еңеүсе булып таныла. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тыуған төйәгенең ысын патриоты, өлгөлө ғаилә тотҡаһы ла ул Зәкиә Фәйзулла ҡыҙы.