Новости
20 Сентября , 15:00

Һайлауҙан һуң яугирҙәргә ярҙам

Икенсе Этҡол ағинәйҙәре Гөлшат Юнысбаеваның өйөнә йыйылып яугирҙәребеҙ өсөн егерме ете банка борщ әҙерләне

Добавить в предпочтительные источники Google
Һайлауҙан һуң яугирҙәргә ярҙамҺайлауҙан һуң яугирҙәргә ярҙам
Һайлауҙан һуң яугирҙәргә ярҙам

Бөгөн, Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙың өсөнсө көнөндә, Гөлшат Юнысбаеваның өйөнә йыйылып, ауылдың ағинәйҙәре МХО - ла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ өсөн егерме ете банка борщ әҙерләнеләр. Улар яҡын арала гуманитар ярҙам менән оҙатыласаҡ. Тыуған ерҙәрендә үҫкән йәшелсәләрҙән эшләнгән өй ризығы һалдаттарыбыҙға еңеү яулауға көс - дәрт өҫтәһен. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир - егеттәребеҙ тыуған яҡтарына имен - һау әйләнеп ҡайтһындар, тигән изге теләктәбеҙ.

"Ағинәйҙәр"ойошмаһы етәксеһе Көнһылыу Сөләймәнова.

Һайлауҙан һуң яугирҙәргә ярҙам
Һайлауҙан һуң яугирҙәргә ярҙам
Автор:Гузель Салихова