Һайлауҙың өсөнсө көнө ҡыуаныслы ваҡиға менән башланды. Ауылдашыбыҙ, күркәм ағинәй Рыҫмөхәмәтова Фәниә Зәкир ҡыҙы үҙенең 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй һәм һайлауға тәүгеләрҙән булып килде бөгөн. Герой - әсә Фәниә Зәкир ҡыҙына район хакимиәте башлығы Иҙрисов Азамат Сәфәрғәле улының Ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләкте ауыл хакимиәте башлығы Надербаев Шамил Сәғәҙи улы тапшырҙы. Фәниә Зәкир ҡыҙын оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Алдағы тормошоғоҙҙа ныҡлы һаулыҡ, һәр яңы көн бәхет, шатлыҡ ҡына килтерһен, ныҡлы сәләмәтлектә, йортоғоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, балаларығыҙҙың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Быуындар бәйләнҽшҽн һаҡлай бҽлгәнҽ, ил алдындағы оло хҽҙмәтҽ өсөн Фәниә инәйгә оло рәхмәтлҽбҽҙ.
Рафиға Ғазина, Мерәҫ ауылы китапханасыһы.