Новости
19 Сентября , 04:20

Йыртҡыстар малға һөжүм иткән

Һаҡ булырға кәрәк!

Добавить в предпочтительные источники Google

Йылайыр районының Сидоровка ауылы янында бүреләр туғыҙ һарыҡҡа һәм өс кәзәгә һөжүм иткән. Көтөүсе хайуандарҙы мотоциклда ҡыуып ебәрергә маташа, әммә көтөүҙе туҡтатып булмай. ЕДДС-ҡа хәбәр иткәндән һуң, урынға һунарсылар төркөмө менән һунар инспекторы килә. Төндә улар бер бүрене эҙләп таба. Тағы ла ете йыртҡыс китеп өлгөрә, шуға күрә һунарсылар уларҙы эҙләүҙәрен дауам итә. Һөжүм фактын Башҡортостандың Экология министрлығында раҫланылар. 

Автор:Гузель Салихова