Новости
19 Сентября , 07:20

Һайланылар ҙа, "Һаҡмар"ға ла яҙылдылар

Шәп бүләктәр ҙә әҙерләнгән

Добавить в предпочтительные источники Google

Ҡәйүм Уразбаев етәкләгән Таулыҡай ауыл биләмәһе ауылдарында һайлау ойошҡанлы бара.Бында һайлаусылар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп кенә ҡалмай, ә улар өсөн ойошторолған төрлө сараларҙа ҡатнаша. Шуныһы һөйөнөслө, өс ауылда ла - Таулыҡай, Сыңғыҙ һәм Буранбайҙа был көндәрҙә "Һаҡмар"ға яҙыл һәм бүләк от!" акцияһы үтә.

Кисә генә лә был төбәктә бөтәһе 70-кә яҡын кеше район баҫмаһы менән дуҫлығын тағы ла ярты йылға оҙайтты.

Бөгөн дә, иртәгә лә подписка дауам итәсәк. Ә инде иртәгә, 20 сентябрҙә, "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыусылар араһында приздар уйнатыу ойоштороласаҡ.Әйткәндәй, ауыл биләмәһенең һәм урындағы фермерҙарҙың тырышлығы менән бүләккә 30 тоҡ бойҙай һәм һоло, башҡа приздар әҙерләнгән. Афарин!

Һайланылар ҙа,  "Һаҡмар"ға ла яҙылдылар
Һайланылар ҙа, "Һаҡмар"ға ла яҙылдылар
Автор:Гузель Салихова