Новости
18 Сентября , 02:35

Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!

Түбәнге Иҙрис ауылы клубы — ул ябай мәҙәниәт усағы ғына түгел, ә урындағы халыҡтың рухи берҙәмлеге һәм илһөйәрлек үҙәгенә әйләнгән урын да. Бында Рәсимә Әнүәр ҡыҙы етәкселегендә «Йәншишмә», «Йәшлек», «Зарифа» һәм «Еҙ төймә» исемле дүрт ижади коллектив эшләп килә.

Түбәнге Иҙрис ауылы клубы — ул ябай мәҙәниәт усағы ғына түгел, ә урындағы халыҡтың рухи берҙәмлеге һәм илһөйәрлек үҙәгенә әйләнгән урын да. Бында Рәсимә Әнүәр ҡыҙы етәкселегендә «Йәншишмә», «Йәшлек», «Зарифа» һәм «Еҙ төймә» исемле дүрт ижади коллектив эшләп килә. Ансамблдәр райондың күп кенә сараларын биҙәй, сағыу сығыштары менән һәр байрамға йәм өҫтәй. Сәхнәлә улар башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолаларын, дәртле бейеүҙәрен һәм моңло йырҙарын тергеҙә. Рәсимә Әнүәр ҡыҙы — ижад ҡомарын кешеләргә ярҙам итеү теләге менән берләштергән уникаль шәхес. Уның тәрбиәләнеүселәре сәхнәлә генә сығыш яһап ҡалмай. Улар «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмөнөң әүҙем ағзалары булараҡ, төрлө акцияларҙа ла ҡатнаша. Бейеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең дәртле, сағыу бейеүҙәре менән төрлө сараларҙа сығыш яһай. Ижадтан тыш, был коллективтар изге эштәрҙә лә алғы сафта тора. Ансамбль ағзалары гуманитар ярҙам туплау буйынса даими рәүештә ойошторолған сараларҙа ихлас ҡатнаша, кәрәк-яраҡтар йыя һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә ярҙам итә. Был эштә улар үҙҙәренең намыҫлы гражданлыҡ позицияһын һәм берҙәмлек көсөн күрһәтә. Рәсимә Әнүәр ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте, ауылдаштарын рухи яҡтан байытыуға индергән өлөшө һәм эскерһеҙ ярҙамы лайыҡлы баһаланды. Рәсимә Әнүәр ҡыҙын лайыҡлы награда - «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади усаҡ һүнмәһен, сәләмәтлек, илһам һәм яңынан-яңы еңеүҙәр юлдаш булһын. Түбәнге Иҙристең таланттарға бай ер икәнлеге хаҡында бөтә районға таратыусы ошондай етәксегә һәм уның тоғро, дәртле коллективтарына афарин!

Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!
Лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас