Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Сентября , 12:30

Ишмөхәмәт ауыл биләмәһендә һайлау ойошҡанлы бара

Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнашып, өр-яңы тирмә һатып алыуы ҡыуаныслы булды

Добавить в предпочтительные источники Google
Ишмөхәмәт ауыл биләмәһендә һайлау ойошҡанлы бараИшмөхәмәт ауыл биләмәһендә һайлау ойошҡанлы бара
Ишмөхәмәт ауыл биләмәһендә һайлау ойошҡанлы бара

Ауыл халҡына күп әйтеү кәрәкмәй. Улар һәр саҡ әүҙем һәм йәмәғәт тормошо менән ҡайнап йәшәй. Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған Ишмөхәмәт, Байыш, Янғаҙы ауылдары кешеләре лә иртәнге рәттән үк һайлау участкаларына ашыҡты. Тәүҙе һайлаусылар бүләк алды, йыр-моңға сорналған урындан халыҡ та тиҙ таралырға уйламаны.

Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһында ҡатнашып, өр-яңы тирмә һатып алыуы ҡыуаныслы булды. Был йәһәттән ауыл хакимиәте башлығы Илнур Ишмөхәмәтов ныҡ тырышлыҡ һалды. Семеновск руднигының аҡсалата ярҙамы ла оло мәртәбәгә лайыҡ. Һайлау көнөндә ошо яңы тирмәне ҡороп, уны тантаналы шарттарҙа асыу булды. Ә тирмә эсендә матур күргәҙмәләр ойошторолған ине.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин әүҙем эшләгән ағинәйҙәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Ауыл китапханасыһы Асия Үлйәбаева бик матур сара ойошторҙо. Шул уҡ ваҡытта "Һаҡмар" гәзитенә яҙҙырыусы почтальон Фирүзә Язарова янынан да кеше өҙөлмәне. Был яҡтарҙа һайлау ысын байрамға әүерелде. Ҡалған ике көндә лә Ишмөхәмәт ауыл биләмәһендә бик матур саралар үтәсәк.  

Автор:Гузель Салихова