Һаҡмар
-3 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
17 Сентября , 03:15

Таулыҡайҙар яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне

Таулыҡай ауылының "Уңғандар" төркөмө ирекмәндәре, бер аҙ йәйге мәшәҡәттәргә туҡталып алғандан һуң, ҡайтанан МХО - лағы яугирҙәргә ярҙам әҙерләү эшенә тотондо. Был юлы ла йола боҙолманы - ошо көндәрҙә сираттағы йөк тапшырылды һәм яугирҙәргә оҙатылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Таулыҡайҙар яугирҙәргә күстәнәс әҙерләнеТаулыҡайҙар яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне
Таулыҡайҙар яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне

Таулыҡай ауылының "Уңғандар" төркөмө ирекмәндәре, бер аҙ йәйге мәшәҡәттәргә туҡталып алғандан һуң, ҡайтанан МХО - лағы яугирҙәргә ярҙам әҙерләү эшенә тотондо. Был юлы ла йола боҙолманы - ошо көндәрҙә сираттағы йөк тапшырылды һәм яугирҙәргә оҙатылды. Төркөм ҡыҙҙары өйҙаренән алып килгән ит менән һәм ауылдашыбыҙ Шәйхисламов Юлдаш Булат улы биргән хәйер - саҙаҡаһына кәрәкле аҙыҡ - түлек алып, былау бешереп, вакуумлы пакеттарға һалдыҡ. Шулай уҡ Ишкинина Мәймүнә Хөснулла ҡыҙы биргән тәмлекәсте лә ҡуштыҡ. Төркөмдәге ҡыҙҙарыбыҙға, Юлдаш Булат улына, Мәймүнә Хөснулла ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, именлек, балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, оҙон - оҙаҡ йәшәргә насип булыуын теләйбеҙ. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын, Аллаһ бирһә. Хөрмәтле ауылдаштар,беҙҙең бер үтенесебеҙ бар ине. Ошо арала магазиндарға "Изгелек ҡумтаһы" ултыртабыҙ. Шул ҡумтаға берәр нәмә һалһағыҙ ҙа беҙ бик шат булыр инек. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, тигән мәҡәлдәге кеүек һеҙ эшләгән изгелек үҙегеҙгә меңләтә сауап булып барып етер, Аллаһ бирһә. Берҙәмлектә - көс! Әйҙәгеҙ, ауылдаштар, был изге эштән ситтә ятып ҡалмайыҡ.

Сәлимова В. Б.

Автор:Гузель Салихова