Новости
17 Сентября , 04:50

Билалдан - "Изгелек ҡумтаһы"

Яугирҙәргә ярҙам

Добавить в предпочтительные источники Google
Билалдан - "Изгелек ҡумтаһы"Билалдан - "Изгелек ҡумтаһы"
Билалдан - "Изгелек ҡумтаһы"

Махсус хәрби операция башланып, ир-егеттәребеҙ илде һаҡларға киткәс, тыныс тормошта йәшәүселәр ҙә уларға ярҙам күрһәтә башланы. Юҡ, был өҫтән ҡушыу буйынса ла, кемгәлер эйәреп тә башҡарылған эштәр түгел. Йөрәк ҡушыуы, күңел шулай талап иткән ғәмәлдәр.

Бөгөн дә Билал ауылы халҡы, ағинәйҙәр биргән һәм шулай уҡ, урындағы "Ирәмәл" магазины ултырҡан "Изгелек ҡумтаһы"на һалынған әйберҙәрҙән сираттағы посылкалар әҙерләнде. Был юлы ла, бөтә кәрәк-яраҡтар, тәмлекәстәр, тыуған яҡ күстәнәстәре булып барып етһен. Барлыҡ яугирҙәр, яҡташтар, ауылдаштар имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Илдәр имен, күгебеҙ аяҙ булһын!

Райхана Булатова

Автор:Гузель Салихова