

Баймаҡ үҙәк район дауаханаһыннда яңы табип - оториноларинголог Ләйсән Ишбулды ҡыҙы Сиражетдинова эш башланы. Ләйсән Ишбулды ҡыҙы Баймаҡта тыуып үҫә, ҡаланың 1-се мәктәбен тамамлай. Бөгөн ул тыуған ҡалаһына табип булып ҡайтты.
"Минең һөнәр һайлауым аңлы булды. Мәктәптә уҡығанда уҡ миңә тәбиғи фәндәр оҡшай ине, ә медицинаға ҡыҙыҡһыныу яйлап ошо һөнәргә бағышланыу теләгенә әүерелде», - тип һөйләй Лейсән Ишбулды ҡыҙы.
Мәктәптән Һуң Башҡорт медицина университетына уҡырға инә, Унда "Педиатрия" йүнәлешендә һөнәр ала. Ләйсән Ишбулды ҡыҙы тәүге профессиональ тәжрибәһен Баймаҡ балалар поликлиникаһында ала, унда табип булып эшләй һәм бәләкәй пациенттарға ярҙам итә. Артабан үҫешергә теләүе уны «Оториноларингология» һөнәре буйынса ординатурала уҡыуға килтерә. Хәҙер ул ошо йүнәлеш буйынса Баймаҡ поликлиникаһында эш башланы. Йәш табипҡа уңыштар теләйбеҙ!