Новости
16 Сентября , 04:40

Күпте кисергән яугир

"Багдан" ирекмәндәр менән осрашты

Добавить в предпочтительные источники Google
Күпте кисергән яугирКүпте кисергән яугир
Күпте кисергән яугир

«Багдан» позывнойлы штурм полкы яугире "Һаҡлаусы Фәрештә" ирекмәндәр штабында булды. Багдан ауыр һынауҙар кисергән: әсирлеккә эләгә һәм госпиталдә оҙаҡ дауалана. Ирекмәндәр уны шатланып ҡаршы алды.

- Был осрашыу беҙҙе бик ныҡ тулҡынландырҙы. Беҙ Багданға артабан тик уңыштар теләйбеҙ. Беҙҙең ирекмәндәр уға үҙ ҡулдары менән тегелгән йылы толстовканы кейҙерҙе. Ул уны һаҡлап йөрөтһөн! Багданға ныҡлы һаулыҡ, көс һәм тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ! Батырлығығыҙ һәм сыҙамлығығыҙ өсөн рәхмәт. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! - тине ирекмәндәр.

Автор:Гузель Салихова