Новости
16 Сентября , 12:15

Икенсе Этҡол ағинәйҙәре кейеҙ баҫты

Ағинәйебеҙ Сирғәлина Шәрифә апайҙың ихатаһы ҡыҙыу эш барышынан гөрләп торҙо

Добавить в предпочтительные источники Google
Икенсе Этҡол ағинәйҙәре кейеҙ баҫтыИкенсе Этҡол ағинәйҙәре кейеҙ баҫты
Икенсе Этҡол ағинәйҙәре кейеҙ баҫты

Көҙҙөң аяҙ, матур бер көнөн ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары кейеҙ баҫыуға бағышланы. Ағинәйебеҙ Сирғәлина Шәрифә апайҙың ихатаһы ҡыҙыу эш барышынан гөрләп торҙо. Көҙгө йөндө тетеп, әҙерләп алғандан һуң, кейеҙҙе баҫыу буйынса эш ыңғай, ырамлы барҙы. Эш бөткәс, сәй табыны артына йыйылдыҡ. Тәүге эшебеҙ "төйөрлөрәк" килеп сыҡҡан һымаҡ булһа ла, үҙебеҙ ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Шәрифә апайға яҡты йөҙө, тәмле сәйе, бүләктәре өсөн рәхмәт әйтеп таралыштыҡ. Уға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Ағинәйҙәрем имен - һау, аяҡ - ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын. Бергә һәм берҙәм булайыҡ!

"Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Көнһылыу Сөләймәнова.

Икенсе Этҡол ағинәйҙәре кейеҙ баҫты
Икенсе Этҡол ағинәйҙәре кейеҙ баҫты
Автор:Гузель Салихова