Новости
15 Сентября , 10:10

Аварияла ғүмере өҙөлгән

Йәш ир авария урынында һәләк булған

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостанда аварияла 29 йәшлек водитель һәләк булған Фажиғә Әбйәлил районында теркәлгән. "Киа Спектра" автомобиленең 29 йәшлек водителе Магнитогорск-аэропорт юлының һигеҙенсе километрында 7:00 тирәһендә ҡаршы килгән "Мерседес Бенц" автомобиле менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә «Киа» водителе алған йәрәхәттәренән урында уҡ һәләк булған, «Мерседес» водителе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, зинһар!

Аварияла ғүмере өҙөлгән
Аварияла ғүмере өҙөлгән
Автор:Гузель Салихова