+5 °С
Ясно
Республикала мәҙәниәт буйынса Совет ултырышы тантанаһы үтте. Унда "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" федераль программаһы еңеүселәре лайыҡлы наградаларын алды. Төбәктә бөтәһе 59 белгес билдәләнде, Улар иҫәбенә яҡташтарыбыҙ ҙа бар: Азалия Әминева — район мәҙәниәт йортонда хореография түңәрәге етәксеһе, Наҙгөл Нурдәүләтова — район мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы һәм Динә Таулыҡаева — Ғата Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбе уҡытыусыһы.
Ҡотлайбыҙ! Был дәүләт ярҙамы һеҙҙең иң ҡыйыу һәм ҡыҙыҡлы идеяларығыҙға ишек асһын!