+2 °С
Облачно
Рәсәй сиктәрендә үлем ҡурҡыныслы булған эбола вирусы арҡаһында санитар контролде көсәйтәләр. Роспотребнадзор башлығы Анна Попова хәбәр итеүенсә, эпидемик яҡтан имен булмаған илдәрҙән Рәсәй территорияһына инеүселәрҙең барыһы ла тикшерелә. Әгәр температура күтәрелһә йәки башҡа билдәләр буйынса һаулығы насарайһа, уларҙы дауаханаға оҙаталар. Конгола таралған Эбола биҙгәге эпидемияһын тарихта иң тиҙ үҫешкән вирус тип атайҙар. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вирустың нисектер таралған сылбыры барлығын белдерҙеләр.