

Республикала матур йолаға әүерелгән "Атайсал" ҡоро үтте. Беҙҙең район да ҡатнашыусылар араһында булды. Баймаҡ районына 2023 йылда лайыҡлы үткәрелгән муниципаль форум өсөн «Атайсал» Кубогын тапшырылды.
"Атайсал " - ул халҡыбыҙ һәм тыуған төйәгебеҙ тураһында хәстәрлек ул. Беҙҙең районда ауылдарҙы һәм ҡаланы төҙөкләндереүгә ярҙам итеүселәр, гуманитар конвойҙар әҙерләүҙә һәм ебәреүҙә ҡатнашыусылар, бөгөн айырыуса ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеүселәр байтаҡ. Ошондай шәп эшмәкәрлеге өсөн Республика Башлығынан Рәхмәт хаттары алған яҡташтарыбыҙҙы: район Советы депутаты Фидан Вәхитовты, Ишбирҙе ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Динар Иҙелбаевты, шәхси эшҡыуарҙар Айҙар Ғәйетҡоловты һәм Радик Исхаҡовты ҡотлайбыҙ! Эшегеҙ, битараф булмауығыҙ һәм тыуған ергә ысын мөхәббәтегеҙ өсөн рәхмәт.