+11 °С
Болотло


Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда иң яҡшы сәскә үҫтереүселәр араһында иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһау менән бер рәттән, 2027 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошторолдо.Темәс тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Марат Юлай улы Әүәлбаевтың инициативаһы һәм тырышлығы менән темәстәр районда иң беренсе булып "Һаҡмар"ҙы - һәр йортҡа" конкурсын башлап ебәрҙе һәм гәзиткә дәррәү яҙылды. Баҫманың тоғро дуҫтары бүләктәр ҙә отоп ҡыуанды. Темәстәрҙең башланғысын башҡа ауыл биләмәләре, коллективтар, йәмәғәт ойошмалары күтәреп алыр һәм "Һаҡмар"ға яҙылыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләр, тип ышанайыҡ.