Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Сентября , 08:35

Баймаҡ белгестәре Беренсе Этҡолда

Төп маҡсат-һәр тораҡ пунктта йәшәүселәргә  уңайлы медицина шарттары булдырыу.

Баймаҡ белгестәре Беренсе ЭтҡолдаБаймаҡ белгестәре Беренсе Этҡолда
Баймаҡ белгестәре Беренсе Этҡолда

Медицина ярҙамы кешеләргә иғтибарҙан башлана. Шуға күрә Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы белгестәре урындарҙағы эште күреү, килеп тыуған мәсьәләләрҙе тикшереү һәм коллегаларына ярҙам итеү өсөн райондың ауыл медицина ойошмаларына даими сыға.

Сираттағы эш сәфәре Беренсе  Этҡол табип амбулаторияһына булды. Сәфәр барышында ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн ҡоролмалар тикшерерлде, эште ойоштороу баһаланды һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең көн һайын осраған көнүҙәк бурыстарын тикшерелде.

Күсмә төркөм составында: Баймаҡ үҙәк  район дауаханаһының баш табибы Эльвира Гатина, медицина эшмәкәрлегенең сифатын һәм хәүефһеҙлеген эске контролдә тотоу бүлеге мөдире Гөлнара Рысҡужина, ойоштороу-методика бүлеге фельдшеры Нурзилә Уразбаева булды.

Бындай осрашыуҙар медицина ярҙамының сифатын контролдә тотоуҙан тыш, ауыл медицина учреждениелары коллективтары менән даими диалог алып барырға ярҙам итә. Сөнки төп маҡсат-һәр тораҡ пунктта йәшәүселәргә  уңайлы медицина шарттары булдырыу.

Баймаҡ белгестәре Беренсе Этҡолда
Баймаҡ белгестәре Беренсе Этҡолда
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас