Һәмән ағинәйҙәр йортонда иҫтәлекле осрашыу үтте: МХО яугире позывнойы "Адик" менән аралашыу. Осрашыуға яугир кәләше Аделина менән бергә килде. Сарала Фәһимә Һибәтуллина етәкселегендәге ағинәйҙәр, Рәмилә Әминева етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ Билал мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Ағинәйҙәр, уҡытыусы Рәшиҙә Хәйҙәрова һәм Һәмән ауылы старостаһы Азамат Йәрмөхәмәтов яугиргә изге теләктәрен еткереп, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы. Китапханасы Райхана Булатова һалдатҡа төрлө һорауҙар биреп, осрашыуҙы йәнләндерҙе. Был сарала ҡатнашыусылар араһында туғанлыҡ, хөрмәт һәм илһөйәрлек тойғолары нығытылды. Осрашыу барышында яугир үҙенең хеҙмәт юлы, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, йәш быуынға илһөйәрлек һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтте. Мәктәп уҡыусыларының ҡыҙыҡһыныуы һәм әүҙем ҡатнашыуы сараның мәғәнәһен арттырҙы. Бындай осрашыуҙар илебеҙҙең тыныслығы өсөн көрәшкән геройҙарҙы хәтерҙә һаҡларға, уларға рәхмәт әйтергә һәм йәштәргә патриотик тәрбиә бирергә ярҙам итә. Һәмән ауылында үткән был сара — илһөйәрлек рухын үҫтереүҙә мөһим аҙым булып тора. Һәмән ауылы Баймаҡ районының “Иң төҙөк ауылы” конкурсында ҡатнаша. Афарин!
Райхана Булатова.