Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Сентября , 10:55

VI Бөтə донъя күсмəндəре уйындары үтте

31 августан 7 сентябргә тиклем донъялағы барлыҡ иғтибарҙы Ҡырғыҙстан иле үҙенə йəлеп итте. Сөнки VI Бөтə донъя күсмəндəре уйындары хозур матур тəбиғəтле Тяньшянь тауҙары араһында ялтырап ятҡан Ысыҡкүл буйҙарында ойошторолдо. Ике йылға бер тапҡыр үткəрелеп торған ғəйəт ҙур сарала 114 илдəн 3 меңдəн ашыу донъяның иң көслө спортсылары үҙ һəлəттəрен күрһəтергə йыйылды.

Рəсəй Федерацияһы йыйылма командаһы 236 спортсынан торҙо. Шулар рəтендə беҙҙең башҡорт уҡсылары ла булыуы үтə ҡыуаныслы. Һыбай уҡ атыусылар: Өфөнəн Рушан Хəсəнов менəн Əбйəлилдəн Нуриман Хəйруллин. Йəйəү уҡ атыусылар рəтен Баймаҡтан Ғəфүр Рахманғолов тулыландырҙы.
Уҡ атыу ярыштары Күнгөй-Алатау (Тянь-Шань) тауҙары араһында Кырчын уйһыулығында Бөтə донъя күсмəндəре уйындарының йөрəге булған этно-ауылда үтте.
Милли йəйəнəн йəйəү уҡ атыуҙа 51 илдəн 119 ир-егет һəм 80 ҡатын-ҡыҙ мəргəнлектə көс һынашты. Баймаҡ районы уҡсыһы ҒəфүрРахманғолов  40 метрҙан "Тəкə-бута" сəбенə атып квалификация һөҙөмтəлəре буйынса 5-се урынды алыуға өлгəшһə, 70 метрҙан "Төрөк путаһы" сəбе буйынса 9-сы урынға күтəрелде. 145 метрҙан Корея атышы буйынса яҡшы һөҙөмтə күрһəтеп, ноябрь башында буласаҡ Донья чемпионатына рəсми саҡырыу ҡағыҙы һəм сертификатҡа лайыҡ булды. Был сертификат буйынса Корея вəкилдəре йəшəү, ашау һəм транфер сығымдарын үҙ өҫтөнə аласаҡ. 

VI Бөтə донъя күсмəндəре уйындары үтте
VI Бөтə донъя күсмəндəре уйындары үтте
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас