+23 °С
Облачно


Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда милли кейем көнөнә ҡарата "Аҡ яулыҡлы, көмөш сулпылы" исемле әңгәмә булып уҙҙы. Сара ла ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнаштылар. Милли кейемдең матурлығы, мәҙәниәттә, сәнғәттә уйнаған роле, тарихыбыҙҙа, музейҙарҙа һаҡланған, көнкүрешебеҙҙе сағылдырыуы хаҡында фәһем алырлыҡ матур әңгәмә ҡоролдо. Һеҙ булғанда мәҙәниәтебеҙ юғалмаҫ, афарин, инәйҙәр!