Новости
11 Сентября , 12:15

Бетерәлә йәш медицина белгесе

Тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
Бетерәлә йәш медицина белгесеБетерәлә йәш медицина белгесе
Бетерәлә йәш медицина белгесе

Ғайсар Арыҫланов Бетерә фельдшер-акушер пунктында эш башланы. Йәш белгес бала саҡтан үҙен медицинаға бағышлау тураһында хыяллана. Әйткәндәй, уның әсәһе Сулпан Ғәле ҡыҙы Темәс дауаханаһында терапевт шәфҡәт туташы булып оҙайлы йылдар уңышлы эшләй. 

Ғайсар Арыҫланов Сибай медицина колледжын тамамлай. Унан Ватан алдындағы бурысын үтәп. әрмелә хеҙмәт итә. Ә хәҙерге ваҡытта ул яратҡан эшенә тотондо. Ул халыҡтың һаулығы һағында. Йәш белгескә ҙур-ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова