+14 °С
Облачно


Тимеровтарға юғары награда!
Хөрмәтле яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Популяр йырсы Арыҫлан Тимеровҡа ( BABY Ti ) "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" исеме бирелде. Юғары награданы республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Аталы - уллы Тимеровтар бергә йырлай ҙа, миҙалды ла бергә ала. Афарин, яҡташтар! Алдағы көндәрҙә лә илһамланып ижад итергә, республика мәҙәниәте, сәнғәте өсөн янып хеҙмәт итергә яҙһын. Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!