6 сентябрҙә «Урал» клубы ойошторған традицион уҡтан атыу буйынса «Ирәндек мәргәне» исемле ярыш гөрләп үтте. Был сарала барлығы 60 кеше — районыбыҙҙың төрлө мөйөштәренән килгән 30 бала һәм 30 өлкән уҡсы көс һынашты.
Һөҙөмтәләр менән таныш булығыҙ:
Егеттәр араһында (10–15 йәш):
1-се урын: Азат Атанов, Хәйбулла районы;
2-се урын: Исмаил Ниғмәтуллин, Ейәнсура районы;
3-сө урын: Сыңғыҙ Кусеев, Баймаҡ районы.
Ҡыҙҙар араһында (10–15 йәш):
1-се урын: Аиша Ниғмәтуллина, Ейәнсура районы;
2-се урын: Имангөл Ишҡыуатова Баймаҡ районы;
3-сө урын: Алина Кусеева, Баймаҡ районы.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1-се урын: Илүзә Нуротҡолова, Бөрйән районы;
2-се урын: Миләүшә Хәлилова, Әбйәлил районы;
3-сө урын: Әлия Ишморатова, Бөрйән районы.
Ир-егеттәр араһында:
1-се урын: Илфат Мырҙағалин, Баймаҡ районы;
2-се урын: Тимур Өмөтбаев, Баймаҡ районы;
3-сө урын: Вилүр Ғәлфәүров, Әбйәлил районы.
Барыһын да лайыҡлы сығыштары һәм еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да ныҡлы сәм, таҫыллыҡ һәм мәргәнлек юлдаш булһын!
Ойоштороусыларға, шулай уҡ ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Турнирҙы үткәреүҙә ярҙам күрһәткән һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Киләсәктә лә осрашырға яҙһын! Артабан да халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын бергәләп дауам итәйек!