Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
10 Сентября , 07:05

Башҡортостандан - оло һөйөү менән

Шундай матур хис-тойғолар менән Мәскәүҙә уҡыған йәштәргә дүртенсе ылау оҙатылды

Башҡортостандан - оло һөйөү менәнБашҡортостандан - оло һөйөү менән
Башҡортостандан - оло һөйөү менән

Бөгөн Баймаҡтан Мәскәүгә Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән «Башҡортостандан - оло һөйөү менән» социаль инициативаһы сиктәрендә дүртенсе аҙыҡ-түлек ылауы юлланды. Ул студенттарҙың туғандарына һәм яҡындарына уларға аҙыҡ-түлек, йылы ҡышҡы кейем, түшәк кәрәк-яраҡтары һәм аш-һыу кәрәк-ярағын бушлай ебәрергә мөмкинлек бирә. Йыйылған посылкалар Башҡортостандың бер нисә тораҡ пунктын Мәскәү менән бәйләгән маршрут буйынса килтереләсәк. Акция ике көн, 10 сентябрҙән 11-нә тиклем дауам итә. Был ваҡыт эсендә ылау Сибай, Баймаҡ, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ Юлдыбай, Йылайыр һәм Иҫәнғол ауылдарында буласаҡ.

Башҡортостандан - оло һөйөү менән
Башҡортостандан - оло һөйөү менән
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас