Новости
9 Сентября , 09:35

Урмандарға инеү тыйылды

Юғары класлы янғын хәүефе һаҡланыуға бәйле, 2026 йылдың 8 сентябренән 28 сентябренә тиклем граждандарҙың урманда йөрөүенә сикләү режимы индерелә. Махсус тәртип Баймаҡ, Әбйәлил, Әүжән, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Инйәр, Кананикольский, Күгәрсен, Тирлән, Учалы, Хәйбулла урмансылыҡтарында ғәмәлдә. Халыҡҡа машина менән урманға инеү тыйыла.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Тирлән урмансылығында 10 гектар урман яна. Янғын таралғандан-тарала бара, уны һүндереүҙә 8 кеше һәм ике берәмек техника ҡатнаша.

Әбйәлил (43,2 гектар), Ейәнсура (23 гектар), Йылайыр (5 гектар) урмансылыҡтарында янғындың артабан таралыуы туҡтатылған.  

Юғары класлы янғын хәүефе һаҡланыуға бәйле, 2026 йылдың 8 сентябренән 28 сентябренә тиклем граждандарҙың урманда йөрөүенә сикләү режимы индерелә. Махсус тәртип Әбйәлил, Әүжән, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Инйәр, Кананикольский, Күгәрсен, Тирлән, Учалы, Хәйбулла урмансылыҡтарында ғәмәлдә. Халыҡҡа машина менән урманға инеү тыйыла.

Урман янғыны тураһында 8 (800) 100-94-00 (урман һағы) йәки 8 (347) 218-14-14 (БР Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте) номерҙарына шылтыратып хәбәр итергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова