+5 °С
Ясно


Баймаҡ районының мәҙәниәт Бүлеге һәм район мәҙәниәт йорто етәкселеге ауыл учреждениеларына ярҙам итеүен һәм уларҙың музыкаль ҡорамалдарын яйлап яңыртыуын дауам итә. Был йыл ауыл халҡына мөһим һәм яҡшы үҙгәрештәр килтерҙе: 10 ауыл клубы яңы колонкалар алды; Уларҙың 8-е ошо көндәрҙә сифатлы микшер пульттары менән тулыланды шул һан эсенә Байыш клубы ла эләкте !
Яңы техника — ул таланттарыбыҙ өсөн яңы мөмкинлектәр, сағыу байрамдар һәм ауылдарыбыҙҙың киләсәгенә ысын ышаныс. Хәстәрлек һәм ярҙам өсөн рәхмәт! Һәр ауыл клубында һәр ваҡыт уңайлы һәм музыка яңғыраһын.
Гөлсиә Ибраһимова.