Новости
4 Сентября , 12:40

Баймаҡта туризмды үҫтереү өсөн

Баймаҡ районын Урал батыр эпосы тематикаһы буйынса Башҡортостандың берҙәм милли маршрутына индереү мөһим. Бөгөн ошо маҡсатта Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарҙарға муниципаль ярҙам күрһәтеү буйынса сектор мөдире Айһылыу Рәхимова, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев, билдәле тарихсы һәм педагог Мораҙым Хәлилов Хәмит утарында булып, тарихи урында кәңәш ҡорҙо, фекер алышты, уй-ниәттәр билдәләне.

Добавить в предпочтительные источники Google

Күптән түгел Сибайҙа үткән VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында "Урал батыр бренды: эпостан алып туристик продуктҡа тиклем" исемле панель сессияһында бөйөк әҫәрҙе республиканың туризм тармағын үҫтереү өсөн киң ҡулланырға тәҡдим ителгәйне.
Әйтергә кәрәк, төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары ла ҡатнашҡан был кәңәшмәлә эпос яҙып алынған төбәк - Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы тураһында бер һүҙ ҙә булмауы ғәжәпкә ҡалдырҙы.Әгәр ҙә беҙҙең райондың атаҡлы сәсәндәре Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтов әҫәрҙе Ырымбур сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа бөтөн тулылығында түкмәй-сәсмәй һөйләп бирмәһә, беҙ бөгөн "Урал батыр" ҡобайыры тураһында бер нәмә лә белмәҫ инек түгелме?
Әлбиттә, бөйөк әҫәр яҙып алынған төбәкте - Баймаҡ районын Урал батыр эпосы тематикаһы буйынса Башҡортостандың берҙәм милли маршрутына индереү мөһим һәм был етешһеҙлекте төҙәтеү зарур.Ошоно күҙ уңында тотоп, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм Баймаҡ районы хакимиәте әле был тәңгәлдә эҙмә-эҙлекле эш алып бара.Тейешле ведомство һәм министрлыҡтарға мөрәжәғәт итеп, әҫәр яҙып алынған Хәмит утарын Урал батыр эпосы буйынса берҙәм милли маршрутҡа индереү өсөн эш башланды.
Бөгөн ошо маҡсатта Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарҙарға муниципаль ярҙам күрһәтеү буйынса сектор мөдире Айһылыу Рәхимова, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев, билдәле тарихсы һәм педагог Мораҙым Хәлилов Хәмит утарында булып, тарихи урында кәңәш ҡорҙо, фекер алышты, уй-ниәттәр билдәләне.
Хәмит утары Урал батыр эпосы буйынса төҙөләсәк милли туристик машрутҡа мотлаҡ инергә тейеш! Бына ошондай маҡсат ҡуйып эшләргә бурыслыбыҙ.

Баймаҡта туризмды үҫтереү өсөн
Баймаҡта туризмды үҫтереү өсөн
Автор:Гузель Салихова