+1 °С
Ясно


3 сентябрҙә 9б класы уҡыусылары ветеран уҡытыусы Гөлсара Искәндәр ҡыҙы ғаиләһенә картуф алырға ярҙам итте. Картуф сәсеүҙә лә ошо класс уҡыусылары ҡатнашҡан ине. Ҡыш көндәре ҡарҙан ихаталарын ла таҙартып торҙолар. Уңыш йыйыу ваҡытында Баймаҡ телевидениеһы килеп төшөрөп китте. Ветеран уҡытыусы уҡыусыларға сәй эсерҙе. Ололар бик ҡыуанып тороп ҡалды. Йыйып алынған мул уңышты имен - һау ашарға яҙһын.