+16 °С
Облачно


«Һаҡлаусы Фәрештә» штабы ирекмәндәре "Сурик" позывнойлы яугирҙең һорауын үтәне. Уға бензобысҡы, компрессор, аҙыҡ‑түлек тапшырылды. "Сурик" оҙаҡ ваҡыт госпиталдә дауаланды, Аллаһҡа шөкөр хәҙер ул һауыҡты һәм яңынан хеҙмәткә юллана. Уға һәм бар яугирҙәргә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс, уңыш һәм, иң мөһиме, хәүефһеҙ хеҙмәт теләйбеҙ. Уларҙың һәр береһе мөмкин тиклем тиҙерәк өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын. Хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ ысын көс ул.