Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
2 Сентября , 06:20

Сибай - Аҡъяр юлы яңырҙы

Сибай-Аҡъяр юлын тәртипкә килтереү дауам итә. Был хаҡта Хәйбулла районына эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итте.

Сибай - Аҡъяр юлы яңырҙыСибай - Аҡъяр юлы яңырҙы
Сибай - Аҡъяр юлы яңырҙы

Быйыл Хәйбулла районы биләмәһендә Сибай — Аҡъяр юлының 9,5 километры капиталь ремонтланған, шулай уҡ соҡорҙарға ремонт үткәрелгән. Быйыл планлаштырылған эштәр күләме тулыһынса үтәлгән.

"Шул уҡ ваҡытта юлда өҫтәмә иғтибар талап иткән участкалар ҡала, — тип билдәләне Любовь Минакова. - Урында уларҙың торошон ҡаранылар һәм юл инфраструктураһын артабан яҡшыртыу өсөн ниндәй ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәклеген тикшерҙеләр»

Сибай - Аҡъяр юлы яңырҙы
Сибай - Аҡъяр юлы яңырҙы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас