Һаҡмар
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
2 Сентября , 06:30

Был хәл ныҡлы контролгә алынған

Үҫмер мәктәптә икенсе баланы бысаҡ менән яралаған

Кушнаренко гимназияһында үҫмерҙәр араһындағы конфликт менән бәйле Хәл, уның барышында уҡыусыларҙың береһе тиҫтерен бысаҡ менән яралаған, Башҡортостан мәғариф министрлығының айырым контролендә. Ведомство башлығы Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынына министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм ҡатмарлы хәлдә эшләү тәжрибәһе булған республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәгенең профессиональ психологтары тиҙ арала юлланған. Балиғ булмағандар эштәре буйынса Комиссияның пландан тыш ултырышы тәғәйенләнгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас