Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Сентябрь , 05:40

Баймаҡ районында ике оло кеше ҡазаланған

Баймаҡ районының Калинин ауылында торлаҡ йортта газ-һауа ҡатнашмаһы йыйылып, шартлау булған

Баймаҡ районында ике оло кеше ҡазаланғанБаймаҡ районында ике оло кеше ҡазаланған
Баймаҡ районында ике оло кеше ҡазаланған

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, кисә кис Баймаҡ районының Калинин ауылында торлаҡ йортта газ-һауа ҡатнашмаһы йыйылып, шартлау булған. Инцидент һөҙөмтәһендә ике кеше — 75 йәшлек ир һәм 65 йәшлек ҡатын зыян күргән. Улар төрлө кимәлдәге термик тән йәрәхәттәре алған, уларҙы Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлегенә килтергәндәр. Һәләк булыусылар юҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, газ ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү ҡазаның сәбәбе булып тора. Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынына саҡырылмаған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас