Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Сентября , 12:05

Һәмәндә - гөлдәр илендә

Һәмән ауылы Баймаҡ районының “Иң төҙөк ауылы” конкурсы сиктәрендә “Бер көн гөлдәр баҡсаһында...” исемле матур бәйге үткәрҙе. Йәй буйы баҡсаларын гөл-сәскәгә күмгән ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең һөнәрен һәм тырышлығын күрһәтте

Һәмәндә - гөлдәр илендәҺәмәндә - гөлдәр илендә
Һәмәндә - гөлдәр илендә

Һәмән ауылында “Бер көн гөлдәр баҡсаһында...” бәйгеһе уңышлы үтте

Һәмән ауылы Баймаҡ районының “Иң төҙөк ауылы” конкурсы сиктәрендә “Бер көн гөлдәр баҡсаһында...” исемле матур бәйге үткәрҙе. Йәй буйы баҡсаларын гөл-сәскәгә күмгән ауыл ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең һөнәрен һәм тырышлығын күрһәтте.

Бәйгелә Рәйлә Кинйәбулатова, Фәриҙә Асҡарова, Гөлшат Йәрмөхәмәтова, Фәһимә Һибәтуллина, Рәмилә Әминева, Тәнзилә Мурзина, Гөлгөнә Асҡарова, Хәлиҙә Һибәтуллина, Гүзәл Танһыҡҡужина, Нурзиә Йәнгилдина, Гөлшат Нурғәлина, Илүзә Аҡназарова, Зәйнәп Нурғәлина һәм Лилиә Нурғәлиналар ҡатнашты. Уларҙың баҡсаларында төрлө төҫтәге һәм төрҙәге сәскәләр, гөлдәр үҫтерелде, һәм һәр береһе үҙенсәлекле матурлыҡ менән айырылып торҙо.

Баҡса хужаларына ауыл хакимиәте башлығы Данис Иҫәнъюлов һәм Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара барышында ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары үҙ баҡсаларында үҫтергән еләк-емеш ҡайнатмалары, төрлө салаттар, йәшелсәләр һәм һөт ризыҡтары, бал , һәр төрлө матур гөл үҫентеләре менән дә һатыу ойошторҙо.
Билал ауылынан Фәрхәнә һәм Зәбир Сирусиндар, Рәмзиә һәм Наил Ямаловтар алма һәм ҡара мышар һатыуға алып сыҡты. Шәхси эшҡыуар Гөлгөнә Яныбаева ауылдаштарға кейем-һалым һатыу мөмкинлеген дә тәҡдим итте.

“Бер көн гөлдәр баҡсаһында...” бәйгеһе ауылда матурлыҡ, тырышлыҡ һәм берҙәмлек символы булып, йәмғиәттәге рухи һәм ижади көстө сағылдырҙы. Был сара халыҡты берләштереп, ауыл тормошона ямғырлы көндәрҙән дә яҡтыраҡ нур өҫтәне.

 

Һәмәндә - гөлдәр илендә
Һәмәндә - гөлдәр илендә
Һәмәндә - гөлдәр илендә
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас