+15 °С
Облачно


Яҡташ хәрби табиптарыбыҙ тап оло ғорурлыҡ тойғолары уята. Уларҙың эшендә юғары профессионализм, сыҙамлыҡ һәм сикһеҙ мәрхәмәтлек менән айырыла. Бөгөн "Сага", "Башҡорт", "Кот" һәм "Колибри" позывнойлы яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында үҙ бурысын намыҫлы үтәй. Улар үҙҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, иң ҡатмарлы шарттарҙа яугирҙәрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡара. Батырлығығыҙ һәм иң кәрәкле урында ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы һәм яҡындарығыҙ көтөп торған тыныс тормошҡа тиҙерәк ҡайтыуығыҙҙы теләйем.