

24-26 август Ҡырғыстанда "Илбирс-V" халыҡ-ара турнир уҙҙы. Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбəкстан, Төркиə һəм Рəсəйҙəн 80-дан ашыу уҡсы ҡатнашты. Бөтə донъя күсмəндəре уйындарында үҙ илдəренең намыҫын яҡлаясаҡ көслө мəргəндəрҙең ҡатнашыуы турнирға юғары бəҫ өҫтəне. Рəсəй командаһы составында башҡорт уҡсылары ла ҡатнашты: Баймаҡ районынан Рахманғолов Ғəфүр, Мырҙағəлин Илфат, Нурмөхəмəт менəн Иманғөл Бикбирдиндар, Учалы районынан Вəлеева Динə һəм Белореттан Ғəлиуллина Айгөл. 50 метрға Тəкə-бута сəбенə атышҡанда Илфат Мырҙағəлин көслө мəргəнлек күрһəтеп көмөш миҙал алыуға өлгəште. Шулай уҡ 50 метрға командалар араһында ярышта Рəсəйҙең йыйылма командаһы составында Илфат Мырҙағəлин, Ғəфүр Рахманғолов, Айгөл Ғəлиуллина икенсе баҫҡысҡа менеп һөйөндөлəр. 30 метрҙан ҡырғыҙ жамбыһына атышҡанда Вəлеева Динə апайыбыҙ бронза миҙал елəктерһə, 3д-һунар буйынса 2 урынды яуланы. Афариндар. Уҡсыларыбыҙҙы уңышлы сыгыштары менəн ҡотлайбыҙ. Артабан да шулай уңыштар яуларға яҙһын.