+10 °С
Ясно


Ҡуянтау ауылында тағы бер ғаилә артты. Солтанғазиндар ғаиләһенә килен төштө. Был ҡыуаныслы ваҡиға халыҡтың изге йолаларын, ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт итеү рухында үтте. Сарала «Шишмә» башҡорт фольклор ансамбле ҙур роль уйнаны. Улар изге башҡорт йолаларын килен төшөрөү, һыу юлын күрһәтеү һәм килен һөйөү йолаларында ҡатнашып байрамдың рухи атмосфераһын байыттылар. Был саралар яңы ғаиләнең тәүге аҙымдарын изгеләндереү һәм халыҡтың рухи мираҫын киләсәк быуындарға тапшырыуҙа мөһим аҙым булды. Яңы ғаилә ағзаларына бик оҙон, тыныс һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Уларҙың йортонда һәр саҡ бәхетле тормош һәм уйҙары берҙәм булһын. Тормош юлдары яҡты, мәрхәмәтле һәм ғөрөфтәргә тоғро булһын!
Люциә Иҫәнғолова.