+15 °С
Облачно
Әбйәлил районында Магнитогорск — Аэропорт автомобиль юлында «Лада Х-рей» һәм «Белджи Х50» автомобилдәре бәрелешкән.
Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Йәнә дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Әлеге ваҡытта республиканың Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынында эшләй.