Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Августа , 10:40

Төньяҡ ҡотопта - ҡурай моңо

AY YOLA төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов Төньяҡ ҡотопта «Урал» көйөн уйнаған. 

Төньяҡ ҡотопта - ҡурай моңоТөньяҡ ҡотопта - ҡурай моңо
Төньяҡ ҡотопта - ҡурай моңо

AY YOLA төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов Төньяҡ ҡотопта «Урал» көйөн уйнаған. 

Ринат Рамаҙанов ҡурайҙы Урал тауҙарында ҡырҡып алған, ә уйын ҡоралын Төньяҡ ҡотопта эшләгән. Ҡурайҙың оҙонлоғон йоҙроғо менән үлсәп, уйымдар яһап, башҡорт халҡының «Урал» көйөн уйнап ишеттергән.

«Ҡурай музыка ҡоралы ғына түгел. Ул кешене тәбиғәткә яҡынайта. Ҡурайсы тыуған еренә һөйөүен, тәбиғәттең хозурлығын һүҙҙәр менән әйтә алмағанды ҡурай моңо аша еткерә», — тип һөйләне Ринат Рамаҙанов.

Фото - социаль селтәрҙәр | AY YOLA

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас