Һаҡмар
+8 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Августа , 07:00

Ришүәт биргән өсөн

Баймаҡ районы прокуратураһы бер иргә ҡарата табипҡа ришүәт биргән һәм социаль түләү алыуҙа мутлашҡан өсөн енәйәт эше ҡуҙғатҡан

БР прокуратураһы мәғлүмәте буйынса, ир 2025 йылдың март-сентябрь айҙарында урындағы дауахана табибы-терапевына тикшереүҙәр үткәрмәйенсә эшкә яраҡһыҙлыҡтың ялған ҡағыҙҙарын рәсмиләштергән өсөн законһыҙ аҡсалата бүләктәр тапшырған. Был ялған документтар нигеҙендә ғәйепләнеүсегә 75 мең һумдан ашыу ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие түләнгән. Ир енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныған. Енәйәт эше Баймаҡ район судына ебәрелгән.

Автор:
Читайте нас