Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Августа , 10:50

Мәктәптәрҙә телефон тыйыла

2026 йылдың 1 сентябренән илдең бөтә мәктәптәрендә дәрестә телефон ҡулланыу тыйыла. Был хаҡта мәғариф министры Сергей Кравцовҡа һылтанма менән ТАСС хәбәр итә. Яңы уҡыу йылы башланыу менән ағымдағы йылдың 8 майында ҡул ҡуйылған бойороҡ көсөнә инә.

Мәктәптәрҙә телефон тыйылаМәктәптәрҙә телефон тыйыла
Мәктәптәрҙә телефон тыйыла

2026 йылдың 1 сентябренән илдең бөтә мәктәптәрендә дәрестә телефон ҡулланыу тыйыла. Был хаҡта мәғариф министры Сергей Кравцовҡа һылтанма менән ТАСС хәбәр итә. Яңы уҡыу йылы башланыу менән ағымдағы йылдың 8 майында ҡул ҡуйылған бойороҡ көсөнә инә.

Документтан күренеүенсә, уҡыусы дәрестә һәм дөйөм белем биреү программаларын үҙләштергәндә гаджеттар менән файҙаланмаҫҡа тейеш. Был ғәҙәттән тыш йәки уҡыусыларҙың һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янаған осраҡтарға ҡағылмай. Тәнәфестәрҙә гаджеттарҙы ҡулланыуҙы һәр мәктәп үҙе хәл итә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас