+7 °С
Ясно


Махсус хәрби операция биләмәһендә Салауат районынан «Башҡорт» позывнойлы коптер тибындағы БПЛА өлкән операторы хеҙмәт итә.
Дрон операторы билдәләүенсә, пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү күнекмәләре бөгөн армияла ғына түгел, ә граждандарҙың эшмәкәрлек өлкәләрендә лә талап ителә. БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү заманса юғары технологиялы компетенциялар бирә, ти ул.
Муниципалитет хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Башҡорт» 2024 йылда РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Быға тиклем ир-уҙаман тыуған ауылында механизатор булып эшләгән.
Хәҙер уның бурыстары – разведка, артиллерия утын коррекциялау, дошман позицияларына һөжүм итеү, шулай уҡ алғы һыҙыҡҡа боеприпастар һәм медикаменттар ташыу.